Былтыр үҫмер дүртенсе ҡаттан ҡолап төшөп, бер нисә һөйәген һындыра, ныҡ ҡына уң аяғы йәрәхәтләнә. Биш ай дауамында дауаланғандан һуң ике аҙна элек ул Өфөгә килтерелә.
Бәләкәй генә аҙым да Арсенийға ҡатмарлы бирелә. Тик малай өлкәндәрсә көслө булырға өйрәнгән. Бер нисә аҙна элек кенә уның аяғы бөтөнләй ҙә хәрәкәтләнмәһә, бөгөн ул ныҡлы баҫып тора һәм атлай ала.
Малайҙың сағыштырмаса тиҙ аяҡҡа баҫыуы - ҙур команданың берҙәм эше һөҙөмтәһе. Реабилитация үҙәгендә Арсенийҙың көн тәртибе минутлап тигәндәй яҙылған. Ул электростимуляция, лазерлы терапия, дауалау физкультураһы, массаж һәм башҡа процедуралар үтә.
«Салют» үҙәгендә үҫеше тотҡарланған, таяныу-хәрәкәт системаһы боҙолған балалар дауалана. Һәр бер бәләкәй пациентҡа шәхси иғтибар бүленә һәм дауалау тәртибе тәғәйенләнә. Ярты йыл элек асылған учреждениела реабилитация үҙәгенән тыш, стационар, психоневрология үҙәге, мәктәп бар.
Бөгөн учреждениеға көн һайын 250-нән ашыу бала йөрөй. Һәр пациент бында тиҙ арала һаулығын нығытып, аяҡҡа баҫырға хыяллана. Арсений һымаҡ.
Рәзилә Ғилметдинова



