Программа нигеҙендә уҡыу йортонда капиталь ремонт үткәрелгән, һөнәр үҙләштереү өсөн уҡыу ҡоролмалары яңыртылған. 120 млн һумға иҫәпләнгән модернизациянан һуң Өфө художество-сәнәғәт колледжы республиканың иң алдынғы колледждарының береһе һанала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфө хужожество-сәнәғәт колледжы студенттары ювелир биҙәүестәр етештерергә өйрәнә. Тимерҙән яһалған әйберҙәрҙе улар махсус станоктарҙа шымарта. Былтыр колледж «Профессионалитет» федераль программаһы буйынса еңеүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә уҡыу йортонда 70 миллион һумға матди-техник база яңыртыла. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 50 миллионға капиталь ремонт яһала.
«Профессионалитет» федераль проекты республикала 2022 йылда старт алды. Программа буйынса еңеп сыҡҡан алты колледж эшмәкәрлеген камиллаштырыу төбәктә урта белем биреү кимәлен арттырырға, студенттарҙы эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
Ил Президенты Владимир путин 2028 йылға тиклем 1 миллион юғары әҙерлекле белгес уҡытып сығарыу талабы ҡуйҙы. Ә инде утыҙынсы йылға тиклем эшсе һөнәр эйәләре ике миллионға етергә тейеш. «Профессионалитет» программаһы был маҡсатты үтәргә ярҙам иткән етди этәргес булып тора.
Флорида Ким



