Баш ҡалала 5-се халыҡ-ара Арт-Ҡоролтай үтә

Мәҙәни форум 13-14 мартта була. Сарала сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Шулай уҡ Мәскәүҙән һәм ил төбәктәренән ҡунаҡтар көтөлә. Исемлектә Рәсәйҙең халыҡ артисы Эдгард Запашный, «Сириус» музыка мәктәбе директоры Вадим Руденко, Еңеү музейы вәкиле  Варвара Ерохина бар. Форумға мәҙәниәт министрлығы коллегияһында старт бирелә. Ведомство етәксеһе Әминә Шафиҡова “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләй. Йыйындың эшлекле өлөшө 14 мартта була. Республика учреждениларында секциялар ойошторола.

Фото №1 - Баш ҡалала 5-се халыҡ-ара Арт-Ҡоролтай үтә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ