Йәш көрәшсенең уңышы тураһында Спорт министрлығы хәбәр итә. Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында уҙған ил беренселегендә Рафаэль 53 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яулай. Ул баш ҡалала «Искра» тхэквондо клубында шөғөлләнә. Тренеры Искәндәр Рәхмәтов. Ярышта 45 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Артем Звягинцев бронза миҙалға лайыҡ булды. Чемпионатта Рәсәйҙең 60 төбәгенән 800-гә яҡын спортсы ҡатнашты.




