Быйыл республикала яугирҙарҙы дауалауға 100 миллион һум йүнәлтелә

Бөгөнгә 6 меңгә яҡын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифаханала һаулығын яҡшыртҡан. Быйыл 2 мең ярым самаһы кешегә санаторийҙа дауаланыу мөмкинлеге биреү ҡарала. Был турала Башҡортостан хөкүмәтенән белдерәләр. “Беҙҙең республика тәүгеләрҙән булып хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарын реабилитациялау программаһын тормошҡа ашыра башланы. Бөгөн был эш Краснодар крайы, Мәскәү, Кемеров, Киров һәм Воронеж өлкәләрендә алып барыла, тип белдерҙе вице-премьер – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. Башҡортостан яугирҙарҙы ҡабул иткән шифахана-курорт ойошмалары һаны буйынса ла алдынғы урында килә. Бөтә санаторийҙар фронтты эсер һыу, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. Яңыраҡ “Танып” шифаханаһы алғы һыҙыҡҡа 40 тонна эсер һыу оҙатты.

Фото №1 - Быйыл республикала яугирҙарҙы дауалауға 100 миллион һум йүнәлтелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ