Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тыуған көнөн Мәскәүҙә билдәләне. Ижади коллектив Кремель һарайында “Донъя халыҡтары бейеүе” программаһы менән сығыш яһаны. Тамашала бейеү классикаһы өлгөләре һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре тәҡдим ителде. Мәскәү тамашасылары тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
“Ансамбль донъя сәхнәләрендә сығыш яһай. Башҡортостанды таныта, уның данын күтәрә”, - республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.





