Клуб быйыл эшләй башланы. “Махсус хәрби операция бөтә халыҡты бергә тупланы. Беҙ яугирҙарҙың яҡындарына ярҙам итеү ниәте менән берләштек. Презентацияға хәрбиҙәрҙең тормош иптәштәре, ҡыҙ туғандарын саҡырҙыҡ”, - ти проект вәкилдәренең береһе Сәриә Рамазанова.
Презентация барышында ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрелә. Сара “Родина” кинотеатрында үтә.




