Ханты-Манси автономиялы округында “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” башланды

Ярыш ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса үтә. Уны илдең Спорт министрлығы, Паралимпия комитеты ойоштора. Турнирҙа илдең 60 төбәгенән 300-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар  следж-хоккей, тау саңғыһы, биатлон, тау саңғыһы спорты һәм сноубордта көс һынаша. Башҡортостан йыйылма командаһы 4 спортсынан тора. Улар Радик Йосопов, Алексей Хохлов, Олег Мифтахетдинов һәм Артем Мөхәрәмов. Команданың кураторы 4 тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов. Кубок 18 мартҡа тиклем дауам итә.

Фото №1 - Ханты-Манси автономиялы округында “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” башланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ