Концерт күренештәре менән социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашҡан. Илебеҙҙең төп майҙанында ғәскәровсылар «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим иткән.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, ансамблдең баш ҡалала тап 11 мартта - тыуған көнөндә сығыш яһауы тәрән мәғәнә эйә. Концерттың тәүге өлөшөндә Мәскәү тамашасыларына башҡорт хореографияһы өлгөләре һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына араналған композициялар тәҡдим ителгән, икенсеһендә донъя халыҡтары бейеүҙәре күрһәтелгән. Радий Хәбиров ансамблде тыуған көнө менән ҡотлап, республика коллективтарының Башҡортостандан ситтә лә йылдан-йыл киң популярлыҡ яулауын һыҙыҡ өҫтөнә алған. 8 апрелдә Мәскәүҙең Ҙур театры сәхнәһендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының Рахманиновҡа арналған балет спектакле күрһәтелә.




