Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһында капиталь ремонттан һуң яңыртылған хирургия бүлеге асылды


Бүлектә операция үткәргән пациенттар өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Хәҙер шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн палатанан ҡысҡырырға кәрәкмәй. Марат Ғәлләмов хирургия бүлегендә бер айҙан ашыу. Тәүҙә иҫке корпуста ятҡан пациент яңыртылған бүлеккә күсерелгән.


Иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ түгел, карауаттар йомшаҡ, бөтә ер таҙа, тиҙҙән сығырға әҙерләнәм.

Марат Ғәлләмов, пациент

2-се хирургия бүлегендә инженер селтәрҙәре алыштырылған, иҙән яңыртылған, тәҙрәләр алмаштырылған, яңы карауаттар, түшәктәр һәм карауат эргәһенә тумбалар һатып алынған.

Йыл һайын бүлектә 2000-гә яҡын операция үткәрелә. Командала 12 шәфҡәт туташы, 8 табип, 2 санитарка эшләй. Дауахана үҙ коллективына тәжрибәле табиптарҙы ҡабул итергә әҙер.


2-се хирургия бүлегендә ремонт былтыр йыл аҙағында башланды. Бүлек 30 пациентҡа тәғәйенләнгән, бында шулай уҡ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле граждандарға шарттар ҡаралған.

Руслан Желкобаев, 21-се Өфө ҡала клиник дауаханаһы баш табибының хирургия хеҙмәте буйынса урынбаҫары

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу буйынса эш дауам итә. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика башлығы, ошо маҡсатҡа төбәк өсөн бығаса булмаған сумма бүленәсәк, тип билдәләне.

Медицина персоналы өсөн хеҙмәт шарттары, ә халыҡҡа дауаланыуҙа уңайлыҡтар булдырыу сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә мөһим фактор булып тора.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ