Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ уйын ҡоралдары кафедраһы 55 йыллығын концерт менән билдәләне. Сәхнәлә студенттар менән бергә бүлекте төрлө йылдарҙа тамамлаған күренекле артистар сығыш яһаны. Тамашасылар араһында республика юғары уҡыу йорттары менән танышыу маҡсатында килгән Шэньян ҡалаһының Рәсәй-Ҡытай сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек индустриаль паркы вәкилдәре лә бар ине . Әйткәндәй, әле институтта Ҡытайҙан 16 студент белем ала. Киләсәктә ике ил араһында гуманитар хеҙмәттәшлекте тағы ла көсәйтеү бурысы ҡуйылған.




