Радий Хәбиров Мәскәүҙә Михаил Мурашко менән осрашты


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашып, тармаҡҡа бәйле мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Шул иҫәптән әңгәмә барышында Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын яңыртыу буйынса яңы программаға тәү сиратта инеүсе объекттар ҙа барланған. Радий Хәбиров белдереүенсә, был йәһәттән һуңғы йылдарҙа республикала ярайһы эштәр башҡарылған. Республика үҙ аҡсаһына 500 фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртып, күп кенә объекттар төҙөүгә һәм ремонтлауға ирешкән. Төбәк етәксеһе фекеренсә, яңы программа башланған эштәрҙе тамамлау һәм ауылдарҙан ҡалаларға тиклем беренсел звено ландшафтын тулыһынса үҙгәртеү мөмкинлеге бирә.

Радий Хәбиров Михаил Мурашконы Республика кардиоүҙәгенең хирургия үҙәген асыу тантанаһына саҡырҙы. Яңы корпус асылған көндө Өфөлә һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү буйынса советтың быйылғы тәүге ултырышы үтә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ