Сәләмәт киләсәк өсөн. Благовещен ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә. Йыл аҙағына ике ҡатлы бинала малай-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү, дауалау, диагностика алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Әле балалар өлкән пациенттар менән дөйөм поликлиникала ҡабул ителә. Урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау федераль программаһы буйынса алып барыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Благовещен поликлиникаһы педиатрҙары ҡабул итеү бүлмәләрен үҙ көсө менән биҙәгән. Иҫке бинала малай-ҡыҙҙарҙың кәйефен күтәрергә тырышыусы аҡ халатлыларҙың күптәнге хыялы тиҙҙән тормошҡа ашасаҡ. Благовещенда төҙөлә башлаған яңы поликлиника табиптарға ла, кескәй пациенттар һәм ата-әсәләр өсөн дә көтөп алынған объект.
Әлегә балаларҙы ҡабул итеү дөйөм поликлиникала алып барыла. Тығыҙ бинала респиратор сирҙәр киҫкенләшкән осорҙа ауырыған балаларҙы ҡабул итеү өсөн айырым блок ойоштороу мөмкинлеге юҡ.
Благовещенда яңы балалар поликлиникаһы заманса талаптар буйынса төҙөлә. Ике ҡатлы бинала пациенттарҙы ҡабул итеү, сифатлы диагностика алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Бында яңы УЗИ, КТ аппараттары , лаборатория, ял итеү өсөн «Әсә һәм бала» бүлектәре буласаҡ. Яңы объект йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Заманса йыһазландырыу «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау федераль программаһы буйынса алып барыла. Проект буйынса республикала былтыр 9 медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән, йөҙҙөн ашыу яңы ФАП асылған. Быйыл программа буйынса дауаханаларҙы төҙөкләндереү, йөҙгә яҡын еңел автомобиль һатып алыу, поликлиникаларҙы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу ҡаралған.
Флорида Ким



