Башҡортостанда урыҫ тоҡомло йөк аттары аҫралған тәүге хужалыҡ теркәлде


Илеш районынан йәш фермер уларҙы Пермь крайынан дәүләт ярҙамында һатып алған. Киләсәктә йүнсел төбәктә ҡымыҙсылыҡ тармағы менән бергә, ат спортын үҫтереүҙе яйға һалырға иҫәп тота. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әкиәттәрҙә һүрәтләнгән дәү атҡа бөгөн ни бары өс кенә йәш. Ә ауырлығы әле үк бер тонна тәшкил итә. Ул Илеш районында ғына түгел, республикала бер-бөртөк. Лайнер ҡушаматлы айғыр төбәктә тоҡомсолоҡ тармағын үҫтереү өсөн дәүләт программаһы ярҙамында һатып алынған.

Йылҡысылыҡ менән бергә ул, үҫемлекселек тармағын да йәнәш алып бара. Тап дәүләт ярҙамында Фаил Әлтәпов ауыл хужалығы техникаһын һатып ала. Әлеге ваҡытта йәш фермерҙың элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан хужалығында өс тиҫтәнән ашыу баш йылҡы һәм үгеҙ малдары, 2 трактор һәм йөк машиналары бар. Урындағы халыҡты ла эшле итеүгә өлгәшкән.

Урыҫ тоҡомло йөк аты менән Фаил Әлтәпов ҡымыҙ бешеү һәм ит йүнәлешендә махсуслашырға ниәтләй. Бейә һөтө күләме көнөнә уртаса 20 литр тәшкил итә. Бынан тыш, ул саф инглиз тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм ярыштарға әҙерләү менән шөғөлләнеүҙе лә яйға һалған. Әйткәндәй, республиканың һәр эшҡыуары үҙ муниципалитетында «эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә бизнес-проектын тәҡдим итә ала. Бының өсөн Башҡортостандың инвестпорталында ғариза бирергә йәки үҙ районыңда бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ