Махсус хәрби операция яугиры Илмир Халиҡов дүртенсегә атай булды


Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда ул ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алды. Яҡташыбыҙ 2023 йылда контракт төҙөп үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан. Дүрт тапҡыр яраланған. Әле Башҡортостанда реабилитация үтә. Алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» һәм «Суворов» миҙалдары менән бүләкләнгән. Яугир - өлгөлө атай ҙа. Улдарын бәләкәйҙән көслө рухлы булырға өйрәтә, спортҡа йәлеп итә. Өлкән малайы ла кадет. Киләсәктә атаһы кеүек хәрби булырға теләй. Илмир Халиҡов бәхетле көндә ғаиләһе менән бергә булыуға оло ҡыуанысын белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ