Төбәктә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә


Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял итеү урындары ойошторолған. Документ эштәре буйынса ярҙамдан тыш сәс алдырыу урындары ла эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә йәшәүселәр өсөн республика тарафынан бер миллион 200 мең, ҡала хакимиәтенән 700 мең һәм Оборона министрлығынан 400 мең һум түләү ҡаралған. Шулай итеп контракт төҙөүсе бер тапҡыр ике миллион 300 мең һум түләү ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ