“Михаил Мурашко менән республикабыҙҙа модернизация программаһына индереләсәк объекттарҙы ҡараныҡ. Быға тиклем Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һәм республика аҡсаһына 500-гә яҡын фельдшер-акушер пунктын алмаштырҙыҡ, бик күп объекттарҙы ремонтланыҡ һәм яңыларын төҙөнөк. Яңы программа беҙҙең өсөн башланған эште тамамлап ҡуйыу, ауыл һәм ҡалаларҙа беренсел звеноны яҡшыртыу мөмкинлеге”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Федераль үҙәктән бүленгән аҡсаның 80 процентын яңы медицина объекттары төҙөү һәм булғандарына реконструкция үткәреүгә йүнәлтеү ҡарала. 20 процентына ҡоролмалар һатып алына. Радий Хәбиров Михаил Мурашконы Өфөгә Республика кардиоүҙәгенең хирургия корпусын асыу сараһына саҡырҙы. Яңы бина 26 мартта файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.




