Нефтекамала йәшәүселәр “Жилсервис” тип аталған ойошманан түләү ҡағыҙҙары алған. Полиция асыҡлауынса, был компания квитанциялар ебәрмәй һәм иҫәпләгестәрҙе тикшермәй. Нефтекама торлаҡ хужалығы идаралығының рәсми вәкиле раҫлауынса, халыҡҡа ялған ҡағыҙҙар ебәрелгән. Граждандарҙы квитанцияла күрһәтелгән телефондар буйынса шылтыратмаҫҡа, штрихкодты ҡулланмаҫҡа саҡыралар.




