Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса план үтәлгән

   Милли проектҡа ярашлы 135 тиҙ төҙөлә торған модулле конструкция, шул иҫәптән 111 фельдшер-акушер пункты, 19 табип амбулаторияһы, 4 дөйөм практика табибы офисы, 1 участка дауаханаһы файҙаланыуға тапшырылған.

“Ауылдарға сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү – тармаҡ алдындағы төп бурыстарҙың береһе”,  - ти Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса план үтәлгән

Өфөлә уҙған йылда “Салют” реабилитация комплексы асылды. Бында кескәй пациенттарҙы һауыҡтырыу, уҡытыу, йәғиәткә яраҡлаштырыу өсөн бар шарттар булдырылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был үҙәк балаларға көслө булырға, үҙҙәренә ышанысты арттырырға мөмкинлек бирә.  

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса план үтәлгән

Республикала тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла.  Иглин районы Ҡарамалы ауылында яңы асылған фельдшер акушер пунктына Зөһрә Карнаухова “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә урынлашҡан.

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса план үтәлгән

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу быйыл “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.  Благовещен, Учалы, Яңауыл, Асҡын, Баҡалы һәм Асҡарҙа алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыла.  Республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин:

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса план үтәлгән
Башбат

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 2030 йылға тиклем тейешле проекттар әҙерләнгән. Был йүнәлештә 22 яңы объект төҙөү, 230-ҙан ашыу медицина учреждениеһын капиталь ремонт яһау, 500 модулле конструкция ҡуйыу планлаштырыла.

Фото №1 - Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса план үтәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ