Был турала премьер-министр урынбаҫары Урал Килсенбаев белдерҙе. - Сибай театр-концерт берләшмәһе артистары махсус операцияға йыр йырлап юлға сыҡты. Был - ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Бөгөн ауыл клубтары һәм китапханаларында штабтар булдырылған, маскировка селтәрҙәре үрелә, гуманитар ярҙам йыйыла, - тине ул. 2024 йылда Башҡортостан мәҙәни сараларҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса икенсе урын алды.





