Саҡмағош районында тыл хеҙмәтсәндәренә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан юбилей миҙалдары тапшырылды. Үҙәк китапханала уҙған тантанала награданы 16 кеше алды, ул тағы ла 100-гә яҡын кешегә тапшырыласаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ветерандар фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү өсөн тылда көс түгә, хужалыҡ алып бара, кескәй туғандарын тәрбиәләй. Бөгөнгө махсус хәрби операция ваҡытында ла улар яҡташ яугирҙарыбыҙға матди ярҙам күрһәтә, ойоҡбаштар бәйләй, гуманитар ярҙам туплай. Сарала шайморатовсылар һәм йәш армеецтар ҙа ҡатнашты.



