Ошо исемле халыҡ-ара акцияны Рәсәй тимер юлдары һәм илдең Мәҙәниәт министрлығы ойошторған. Фестиваль Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Волгоград кеүек бер нисә эре ҡаланы үҙ эсенә аласаҡ. Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙған осрашыуға Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Владимир Кузьмичев һәм Рус география йәмғиәте ағзаһы, бард Юрий Туманов саҡырылғайны. Әңгәмә авторҙарҙың патриотик рухтағы лирик әҫәрҙәре һәм йырҙары менән үрелеп барҙы. Мәҙәни сараға илдең төрлө мөйөштәренән онлайн-трансляция аша ла ҡушылдылар.



