Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуары Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль менән тулыланды.
Бөгөн спектакль премьераһының тәүге көнө. 19-сы быуат аҙағында йылда яҙылған әҫәр бөгөнгө көн менән ауаздаш булыуын күрһәтә. Уны Санкт-Петербургтан саҡырылған режиссер Степан Пектеев ҡуйған. Быға тиклем ул әҫәрҙе марый телендә сәхнәләштергән. Ижади төркөм сценарийҙы тәүҙә рус телендә өйрәнә, һуңынан әҫәр тел үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡортсаға тәржемә ителә. Спектакль рус телендә субтитрҙар менән бирелә. Иммерсив сәнғәт йүнәлеше һайланыуы тамашасыларға спектаклде сәхнәнән дә, залдан да ҡарай алыу мөмкинлеге бирә. Премьера ике көн барасаҡ.




