Махсус хәрби операцияла Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яугирҙарҙың күбеһе «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашырға ғариза биргән. Был турала егеттәр бөгөн Радий хәбировҡа Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны экспозициялары менән танышҡанда белдерҙе. Хәрби экспонаттар һаҡланған штаб-музей Өфө үҙәгендә 2023 йылдың көҙөндә асылған. Әле бында яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тапшырған йөҙҙәрсә әйбер һаҡлана. Алғы һыҙыҡтан килтерелгән үҙенсәлекле ҡомартҡылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.
Шайморатов батальоны байрағы, яугирҙар тураһында мәғлүмәттәр, ҡорал макеттары, шәхси әйберҙәр, мина, пуля ярсыҡтары. Экспозициялар шайморатовсыларҙың махсус хәрби операциялағы хеҙмәтен, көнкүреш шарттарын сағылдыра. Бар экспонаттарҙы ла яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тапшырған.
Шайморатов батальонының штаб музейын ойоштороу ниәте махсус хәрби операция барышында тыуа. 5 яугир тыуған яҡҡа ҡайтҡандан һуң хәрби экспозицияларҙы бергә йыйырға уйлай. Ҡыҙғанысҡа күрә, егеттәрҙең дүртәүһе алғы һыҙыҡта һәләк була. Яуҙаштарының теләген иҫән ҡалған Дмитрий Жуков тормошҡа ашырып ҡуя.
Штаб-музей күп ҡатлы йорттоң подвалында урынлашҡан. Яугирҙар үҙҙәре ремонт эштәрен башҡарған, экспозицияларҙы урынлаштырған. Материалдар һаман да тулыланып тора.
Егеттәр араһында ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп, улар өсөн оҫтахана асылған. Шайморатовсылар тәүге сувенирҙарҙың береһен Радий Хәбировҡа бүләк итте.
Был штаб-музей тәү сиратта Шайморатов батальоны яугирҙарының һәм уларҙың ғаилә ағзаларының осрашыу урыны булып тора. Әммә егеттәр экскурсия менән килеүселәрҙе ҡабул итергә лә әҙер. Яҡташтарыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов вариҫтарының махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлығы, данлы яу юлы хаҡында белергә тейеш.
Рәмзиә Кәримова




