Саҡмағош ауылында йәшәүсе ике дуҫ бергә контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлланған


Йылдар дауамында һыналған дуҫлыҡ яуҙа ла ҡаҡшамай. Балалар баҡсаһы, мәктәп йылдары, эштә лә бергә, ә хәҙер инде яуҙа. Саҡмағош ауылында йәшәүсе ике дуҫ бергә контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юллана. Әле улар «Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итә. Блиндажда ла, хәрби заданиела ла бергә.

Әйтерһең дә, тотош ауыл менән бер блиндажда. Һигеҙ егет һәм уларҙың барыһы ла Саҡмағоштан. Бергә контракт төҙөйҙәр һәм бергә хеҙмәт итәләр. Яҡын таныштар менән яуҙа ла еңелерәк, ти улар. Эш тә, аш та уртаҡ, хатта йырҙар ҙа.

«Кеша» менән «Шаймур» ауылдаштар ғына түгел айырылғыһыҙ дуҫтар ҙа. Балалар баҡсаһы, мәктәп, эшҡыуарлыҡта ла бергә. Хәҙер һалдат бутҡаһын да бер сүлмәктән ашайҙар.

Әйткәндәй, Кеша менән Шаймур уларҙың хәрби позывнойы ғына түгел. Бала саҡтан йәбешеп килгән ҡушаматтары. Үсекләшеп һуғышып алған саҡтар ҙа күп булды, тип хәтерләй яугир дуҫтар.

Хәҙер иһә ҡушаматтар ғорур яңғырай. Шайморатов фамилиялы яугирҙар ышаныслы һәм ҡурҡыу белмәҫ була, ти Кеша.

«Шаймур» ҙа дуҫы артынан утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер.

Тап шуға ла хәрби заданиеларға улар бергә йөрөй. Ике дуҫ һауалағы дошман ҡоштарына һунар итә. Дрондарға ҡаршы радиоэлектрон кәртәләр ҡуя, яуҙаштарына хәүефһеҙ юл аса. Бөгөн дә «Кеша» менән «Шаймур» сираттағы хәрби заданиеға тап икәүләп юлланды.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ