Башҡортостан табиптары махсус хәрби операцияла еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә. Ошондай белгестәрҙең береһе - «Усла» ҡушаматлы аҡ халатлы Луганск халыҡ республикаһындағы хәрби частарҙың береһендә медицина пункты етәксеһе вазифаһын үтәй. Бөгөн ул Өфө медицина колледжы студенттары менән осрашып, буласаҡ табиптарҙы үҙенең хеҙмәт юлы һәм фронт тарихтары менән таныштырҙы.
Фронт биләмәһендә ҡотҡарылған ғүмерҙәр иҫәбен табип хәрби сер итеп һаҡлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, күптәр улар. Ҡатын ҡасандыр һуғыш барған ерҙә булып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырмын тип башына ла килетрмәй. Медицина уҡыу йортон тамалағас, баш ҡала дауаханаларында эшләй. Ике йыл элек үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана.
«Усла» позывнойлы табиптың эш тәжрибәһе ҙур. Фронтҡа ебәрелер алдынан ул махсус хәрби әҙерлек үтә. Яу яланынан яраланған һалдаттарҙы эвакуациялай. Йәрәхәтләнгән яугирҙар ниндәй ауырлыҡта булыуға ҡарамаҫтан, «Усла» уларҙы уларҙы һөйрәп сығарырға көс таба. Бының өсөн һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, батыр йөрәк тә кәрәк, ти ул.
Әле табип хәрби частың медицина пунктын етәкләй. Медицина хеҙмәте гвардия сержанты званиеһына еткән. Күкрәгендә ил Президенты һәм Башҡортостан башлығы ҡулынан алынған наградалар балҡый. Әйткәндәй, табиптың ҡыҙы ла әсәһе юлын һайлаған.
Яу яланынан сығарылған һалдаттың часҡа кире иҫән-һау әйләнеп ҡайты, рәхмәт әйтеүе - табип өсөн иң ҙур бүләк. Әле «Усла» ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Оҙаҡламай кире юлға сығырға әҙерләнә. Унда табипты яугирҙар һәм хеҙмәттәштәре көтә.
Рәзилә Ғилметдинова



