Был турала Республика йортонда үткән комиссия ултырышында әйтелде. Еңеүселәр һәм лауреаттар әҙәби, музыкаль һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре авторҙары араһында билдәләнәсәк. Эксперт комиссияһы ҡарамағына барлығы 123 эш сығарылған. Икенсе урын өсөн 1 миллион, өсөнсө урынға - 500 мең һумлыҡ приз ҡаралған. Бынан тыш, комиссия ағзалары һәр береһе 100 мең һумлыҡ махсус приздар ҙа булдырған. Аҡсалата премия махсус хәрби операция геройҙары батырлығын яҡтыртыуға йүнәлтелгән сағыу әҫәрҙәр ижад иткән һәләтле авторҙарға тапшырыла. Еңеүселәрҙе бүләкләү иртәгә «Арт-Ҡоролтай» V халыҡ-ара мәҙәни форумы майҙансығында үтә.




