Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәүгә Кремль дәүләт һарайы сәхнәһендә сығыш яһаны. Ижади коллектив тыуған көнөндә Мәскәү тамашасыһына репертуарындағы киңбилдәле бейеү өлгөләрен тәҡдим итте. Ике бүлектән торған концерт программаһында Фәйзи Ғәскәровтың алтын мираҫ фондынан «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары» кеүек классик композициялары менән бергә, донъя халыҡтары хореграфияһы тәҡдим ителде. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған композициялар ҙа сәхнәгә сығарылды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының нәзәкәтлеге һәм бар камиллығын асып һалған легендар «Ете ҡыҙ» бейеүе. Композицияға нигеҙ һалынған көндән алып ул тамашасыларҙың яратҡан бейеүе булып ҡала. Күҙ ҡараштарын күтәрмәй, бер иш кенә баҫҡан гүзәл заттар бейеүе ансамбль репертураныда быуындан быуынға кҫүсә. Талғын бейеү башҡорт ҡыҙҙарының һомғоллоғон ғына түгел, бай эске донъяһын, наҙға тулы булмышын сағылдыра.
70 йыл элек данлыҡлы балетмейстр Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеү бөгөн тәүгә иң ҙур сәхнәһендә - Кремль һарайында күрһәтелде. Мәскәү гастроле ижади коллективт тыуған көнөнә тура килде. Ошо уңайҙан фойела ҡойолған башҡорт тирмәләрендә ансамбль тарихы бәйән ителде, тамашасылар бейеүселәр төрлө йылдарҙа файҙаланған боронғо биҙәүестәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Концерт программаһына донъя халыҡтары бейеүҙәре лә индерелгәйне. Һәр сығыш көслө алҡыштар менән оҙатылды. Илдең баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә яҡташтар менән осрашыуға шат булды.
Илдең иң ҙур сәхнәһенән ғәскәровсылар республика район-ҡалалары буйлап гастролдәргә юллана сығырға әҙерләнә. Тамашасылар һорауы буйынса Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларына ғына икешәр көнлөк сәфәр көтөлә. Афиша менән ансамблдең рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин




