Өфөлә «Арт-Ҡоролтай» V Халыҡ-ара мәҙәни форумы башланды

Фестиваль йыл һайын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында һәм уның шәхсән ҡатнашлығында 2021 йылдан уҙғарыла. Сарала мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡатнаша. Форумдың беренсе көнө Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының коллегия ултырышынан башланып, «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары барланды. Шулай уҡ «Финанс именлек - тармаҡтың тотороҡло үҫеш нигеҙе» секцияһы эшләне. «АРТ-Ҡоролтай» иртәгә Рәсәй пианисы, Мәскәү академия филармонияһы солисы Вадим Руденконың концерты менән тамамлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ