Хәйбулла районында «Вәзәм һуҡма шәле» халыҡ коллективының 10 йыллығына арналған кисә уҙҙы


Район, республика конкурстары лауреаты «Вәзәм һуҡма шәле» 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Вәзәм һуҡма шәле» халыҡ коллективының 10 йыллығына арналған кисә уҙҙы.

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәүсе Нүрсиә Суринаның был үҙенсәлекле шөғөлдө үҙләштереүенә 11 йыл. Ейәнсурала тыуып үҫкән Нүрсиә Абдулла ҡыҙы бәйләнгән шәл эшенә бала саҡтан уҡ әүәҫ булһа, шәлде һуғыу эшенә килен булып төшкән Вәзәм ауылында өйрәнгән. Себер тарафтарында ла һатып алыусылары бар.

Оҫталар әйтеүенсә, һуҡма шәл кәзә дебетенән генә эшләнә. Уның мамығын епкә әйләндереп алғансы бик күп ваҡыт китә. Шуға күрә бындай ҡул эштәренең хаҡы ла түбән түгел. Ярты айҙа бер шәл һуғыусы Рәйхана Сурина уны 16 мең һум тирәһе хаҡҡа һата.

«Вәзәм һуҡма шәле» халыҡ клубының барлыҡҡа килеүенә Әбүбәкир ауылында һаҡланып ҡалған 100 йыллыҡ һуҡма шәл сәбәпсе була. 2013 йылдың аҙағында ошо ауыл килене, яҙыусы-драматург Сәрүәр Сурина оҫта ҡулдарға ошо кәсепте дауам итеү тәҡдиме менән сыға. Был эшкә ауылдың 10 ҡатын-ҡыҙы тотоноп, 2015 йылда 100 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшә.

Район, республика конкурстары лауреаты «Вәзәм һуҡма шәле» клубының шәлдәре һәм шәлселәре Бәләкәй Арыҫланғол ауылының данын республикаға ғына түгел, тотош Рәсәй кимәленә сығарған. Сифатлы, йылы шәлдәре менән улар төрлө күргәҙмәләрҙә сығыш яһай.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ