Үлгән хәрбиҙең бәлиғ булған балалары 2 миллион һумлыҡ бер тапҡыр түләүгә дәғүә итә ала. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының берҙән-бер ғаилә ағзаһы булған осраҡта ошондай сумма бирелә. Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙан белдерәләр. Шул уҡ ваҡытта, матди ярҙам алыу өҫтөнлөгө бәлиғ булмаған балаларға бирелә. Закон проекты парламенттың сираттағы пленар ултырышында ҡарала. Ул 21 мартта үтә.




