Республикала 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнгән

Унда һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе күсереү ҡарала. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо турала белдерҙе. Ваҡытлыса йәшәү пункттарына 45 мең кешене урынлаштырырға мөмкин. Быйыл республикала 44 хакимиәттә 300-ҙән ашыу ауылдың ташҡындан зыян күреүе фаразлана. “Йылғаларҙа боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа шартлатыу эше алып барыла. Боҙ киҫелә һәм ҡарайтыла”- тип белдерҙе Кирил Первов. 

Фото №1 - Республикала 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ