Ул Өфөлә асыласаҡ Минск автомобиль заводының яңы дилер үҙәген булдырыуҙа ҡатнаша. Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһендә ҡаралды. Үҙәк Нуғай ауылында М-5 трассаһы янында төҙөлә. Ул Белоруссияла етештерелгән йөк һәм пассажир транспортын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнә. 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыла, тип хәбәр итәләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.




