Республиканың төрлө мөйөштәренән 500-ҙән ашыу бала барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған ике ҡатлы вагондарҙа патриотик сәфәргә сыҡты. Перронда тарихи клубтар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған интерактив күргәҙмә ҡорҙо. Унда дәһшәтле һуғыш осороноң ҡоралдары һәм хәрби формалар күрһәтелде. Юл дауамында уҡыусылар легендар герой ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ - хәрби-тарихи йәмғиәт реконструкторҙары балаларға Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында һөйләйәсәк.



