Башҡортостанда һуңғы алты йыл эсендә 17 миллион ярым квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Республика төҙөлөш эштәре буйынса рекордлы күрһәткестәргә өлгәшкән. Иң күп торлаҡ Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Октябриский ҡалаларында, Иглин райондарында төҙөлгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге мөдире Марат Кинйәбаев һөйләй.
Республиканың төҙөлөш комплексы “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф”, “Мәҙәниәт”, “Физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү” милли һәм федераль проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә. Алты йылда милли проекттар ярҙамында 53 балалар баҡсаһы, 41 мәктәп, 38 медицина һәм 18 мәҙәниәт учреждениелары, 16 спорт комплексы һәм 3 социаль тәғәйенләнештәге объект сафҡа ингән. Республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, быйыл 6 поликлиника файҙаланыуға тапшырыла.
Республикала һуңғы 6 йылда 5 меңдән ашыу етемгә фатир тапшырылған. Республика төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, уҙған йылда программа ярҙамында 1 мең 25 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.
Башҡортостанда быйыл 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында башҡарыла. Республика төҙөлөш һәм архитектра министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдреүенсә, 2030 йылға тиклем торлаҡ фондын 26 процентҡа яңыртыу планлаштырыла.
Башҡортостан төҙөлөш комплексын үҫтереү буйынса илдә иң яҡшы ун төбәк исемлегендә. Уҙған йылда 3 миллион 300-ҙән ашыу квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта алған.





