Башҡортостанда һәр унынсы кеше бөйөр ауырыуынан яфалана


Республикала һәр унынсы кеше хроник бөйөр ауырыуынан яфалана. Был турала Башҡорт дәүләт медицина университетында үткән Бөтә донъя бөйөр көнө форумында әйтелде. Юғары уҡыу йорто базаһында ойошторолған сара илдең төрлө төбәктәренән килгән нефрологтар ҡатнашлығында үтте. Федераль экесперттар Башҡортостан белгестәренең был өлкәләге ауырыуҙарҙы дауалауға индергән өлөшөн юғары баһаланы. Өфөлә клиник нефрология, гемодиализ, шулай уҡ әлегә Рәсәйҙә киң таралмаған бөйөрҙө күсереп тәжрибәһе уңышлы алып барыла. Бөтә донъя бөйөр көнө йыл һайын билдәләнә. Ауырыуҙарҙы күпләп тикшереүҙән алып марафондарға тиклем төрлө саралар ойошторола.


Университетта ошондай күләмле ғилми-ғәмәли конференцияларҙың ойошторолоуы нефрология өлкәһен тағы ла төплөрәк аңлауға этәргес бирә. Кәнүҙәк мәсьәлә буйынса йөҙҙәрсә кандидатлыҡ, биш тиҫтәләп докторлыҡ диссертацияһы яҡланыуы быға асыҡ дәлил. Нефрология тармағын өйрәнеүҙә яңынан-яңы алымдар ҡулланыуылы ла бөгөнгө конференцияның мөһимлегенә ишара.

Гөлчагра Мирсаева, Башҡорт дәүләт медицина университетының терапия факультеты мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ