Рамаҙан айы дауам итә: Баймаҡ мәсетендә ифтарҙар ойошторола


Мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы дауам итә. Дин ҡәрҙәштәр ураҙа тота, ифтар мәжлестәренә йөрөй, мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙарына йыйыла. Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә лә йылдағыса халыҡ күпләп йөрөй. Бергәләшеп ауыҙ аса, намаҙ уҡый. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Рамаҙан айында ураҙа тотоу фарыз һынала һәм уны тотоусыны ашатыу сауаплы ғәмәл һанала. Һәр кем был осорҙа тик изгелектәр эшләп ҡалырға тырыша. Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетенә лә изге ай башланғандан алып халыҡ тәрәүих намаҙына, ифтарға күпләп йыйыла.

Рамаҙан айында кеше аҙыҡ-түлектән генә түгел, ә насар ғәҙәттәрҙән, ялғандан да тыйылып тора. Шуныһы ҡыуаныслы йылдан‐йыл ураҙа тотоусылар һаны арта, улар араһында йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. 7 йәшенән намаҙға баҫҡан, 9 йәшенән ураҙа тотҡан Мөслим Вәхитов көн дә мәсеткә килә. Ифтар үткәрешергә ярҙам итә.

«Нәсихәт» мәсетендә ифтар үткәреү яйға һалынған. Бының өсөн айырым кешеләр билдәләнгән. Көндә 150‐нән алып 200 яҡын кеше ҡояш байыуға яҡынлашыу менән изге йортҡа йыйыла. Ураҙа тотоусыларҙы ризыҡландырып сауап алырға теләүселәр алдан килеп яҙыла, көнөн билдәләй.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ