Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» Халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашты


Республика башлығы Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» Халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашып, төбәктең мәҙәни ҡаҙаныштары, тармаҡ алдындағы бурыстар менән таныштырҙы. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырылды. Шулай уҡ тантаналы сарала Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле яңы автобус асҡысы менән бүләкләнде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Былтыр мартта республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Тиҙ арала ижади коллектив тупланып, репертуар төҙөлдө. Октябрҙә ойошторолған тәүге таныштырыу концертында ансамблгә гастролдәргә йөрөү өсөн автобус вәғәҙәләнгәйне. Һәм ниһайәт Өфөләге ҙур сәхнәләрҙең береһендә көтөп алынған тантаналы ваҡиға. Ҡурайсылар яңы транспорт сараһы асҡысын алды.

Республика дүртенсе йыл рәттән мәҙәниәт өлкәһендә мәғлүмәт әүҙемлеге рейтингында алдынғы урынды биләй. Мәҙәни сараларға йөрөүселәр иҫәбе буйынса Мәскәүҙән генә ҡалыша. «Китап-байрам» Халыҡ-ара йәрминкәһе, «Әйҙә уйнарға» уйын фестивале, «Геройҙар ваҡыты» патриотик йыр конкурсы кеүек күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Төбәктә тармаҡ инфраструктураһын нығытыуға ла иғтибар көслө. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» 5-cе Халыҡ-ара форумының пленар өлөшөндә ҡатнашып, мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар һәм пландар менән уртаҡлашты.

Форум майҙансығында төбәк етәксеһе «хәрби-илһөйәрлек тематикаға әҙәби, музыкаль һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләне. Шулай уҡ бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт эшмкәрҙәре дәүләт наградалары менән баһаланды. Сибай театрынан Альберт Салауатов хәҙер Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем йөрөтә.

«Арт-Ҡоролтай» форумында мәҙәниәт өлкәһендә мөһим килешеүҙәргә лә ҡул ҡуйылды. Әйтәйек, «Сириус» урта махсус музыка мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итеү ҡаралған. Шулай уҡ «Башҡортостан» киностудияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, музейҙар һәм китапханалар яңы эшлекле бәйләнештәр булдырҙы.

Арт-ҡоролтай үҙенең тәүге юбилейын ҡаршыланы, биш йыл эсендә ул республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге иң күләмле сараһына әйләнеп, Халыҡ ара кимәлдә ойошторола башланы. Тармаҡты үҫтереүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса уҙғарылған түңәрәк өҫтәлдәр, стратегик сессиялар, эшлекле майҙансыҡтар һөҙөмтәһеҙ үтмәй.Тәү сиратта, тәжрибә тупланып, яңы эш алымдары үҙләштерелә, иң мөһиме хеҙмәттәшлек күперҙәре һалына

Форум мәҙәниәт учреждениеларын берләштереүсе көскә эйә. «Ватан һаҡсылары: музей саралары ярҙамында тарихи белем биреү һәм тарихи тәрбиә» тип исемләнгән майҙансыҡта ла яҡтар өсөн мөһим һөйләшеү уҙғарылды.

Сара барышында Башҡортостандың милли музейы һәм Хәрби дан музейы «Сталинград алышы» музей-ҡурсаулығы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөнө. Әле Волгоградта «Берҙәм рухтағы еңеү» тип исемләнгән күргәҙмә лә асылған, экспозиция 112-cе башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы менән таныштыра.

Быйыл Башҡортостан Рәсәй оборона министрлығының күләмле проектын - ӘРМЕ мәҙәниәте көндәрен ҡабул итә. Алты көнгә иҫәпләнгән сараны августА уҙғарыу планлаштырылған. Мәҙәни форум программаһына ярашлы, Республиканың Хөкүмәт йортонда күләмле фестивалгә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды.

Арт-ҡоролтайға килгәндә, быйыл ул «Бөйөк ил ҡомартҡыһы - Рәсәйҙең мәҙәни суверинитеты нигеҙе» темаһы аҫтында үтте. Мәртәбәле сара заман саҡырыуҙары шарттарында мәҙәниәт өлкәһендә тәрбиә һәм ғилем мәсьәләләренә арналды. Илһөйәрлеккә әйҙәгән, рухи-әхлаҡи контент формалаштырыу мөһимлеге билдәләнде.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ