Өфө циркын яңы нормативтарға яраҡлаштырып төҙөкләндереү шарт


Был турала Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры Эдгард Запашный бөгөн объектты ҡарап сыҡҡандан һуң белдерҙе.

Өфө циркы баш ҡаланың йөҙөн билдәләгән тарихи объекттарҙың береһе. Мәҙәни учреждениеға нигеҙ 1968 йыда уҡ һалынған, Өфө циркы ярты быуаттан ашыу тамашасыларҙы мауыҡтырғыс программалар менән һөйөндөргән. Әммә объетҡа бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған, һөҙөмтәлә бина таушалып авария хәленә килгән. ә 2017 йылда Өфө циркын эксплуатациялау баш ҡаланың Октябрь районы суды ҡарары менән тыйылған. Цирктың торошо насарыраҡ, емерергә тура килер тип уйлағайным. Бында яңы нормативтарҙы иҫәпкә алып капиталь төҙөкләндереү талап ителә, тине Эдгард Запашный.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Өфө циркын төҙөкләндереү проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы объекттың майҙанын арттырыу ҡаралған, ремонтҡа тиклем 10 мең квадрат метр тирәһе булһа, киләсәктә 13 мең квадрат метрға яҡын. Ә бына тамашасы залындағы урындар һаны янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән бәйле бер аҙ кәмей. Хайуандар һәм йәнлектәр тотолған биләмәлә киңәйтелә. Ремонт эштәрен 3 йылда тамамлау ҡаралған, ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 2 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.

Волна
Акции БСТ