Шуларҙың береһе ҡаланың юл-төҙөлөш лабораторияһы ҡаршыһында теркәлгән. Бөгөн иртән социаль селтәрҙәрҙә Пархоменко урамы һәм Ибраһимов бульвары киҫелешендә юл япмаһы емерелеп төшөүе тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Был хәбәр оператив рәүештә яуаплы хеҙмәттәргә еткерелә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урынға «Башпромстрой» йәмғиәте белгестәре килгән. Улар хәүефле участканы кәртәләп алған һәм тергеҙеү эштәре башҡарған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ, әлеге ваҡытта ер ишелеү сәбәптәре асыҡлана.
Ә был был такси водителенең иртәһе күңелһеҙ башланған. Уның автомобиле Ибраһимов бульвары һәм Ленин урамы киҫелешендә барлыҡҡа килгән соҡорға төшкән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиға шаһиттары транспорт сараһын үҙ аллы сығарған. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, һуңғы көндәрҙә был урында канализация коллекторының авария участкаһын бөтөрөү буйынса эш алып барылған. Кисә соҡор күмелеп, яңы асфальт һалынған булған.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бер нисә көн элек Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «Лада Калина» ер аҫтына төшөп китте. Ғәҙәттән тыш хәл төн уртаһында Интернационал урамында теркәлде. Автомобиль һәм ағас ер аҫтына убылған. Диаметры 7, тәрәнлеге 8 метр булған хәүефле участка кәртәләп алына. Махсус техника ярҙамында «Лада» тартып сығарыла. Интернационал урамында бындай хәл тәүгә түгел. 2016 йылдың 25 ноябрендә тағы бер «Лада Калина» менән ошондай уҡ хәл булғайны. Ул саҡта машинаны сығара алманылар, уны ер аҫты һыуҙары алып китә. Ваҡиғаның төп сәбәбе карст күренештәренә бәйле булыуы ихтимал.



