Башҡортостандың өс алдынғы юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проектын яҡланы


Бөгөн Башҡортостандың алдынғы өс юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проекты сиктәрендә Мәскәүҙә үҙҙәренең үҫеш программаларын яҡланы. Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков рәйеселегендә уҙған ултырышта Радий Хәбиров ҡатнашты.

Осрашыуҙа илдең 101 юғары уҡыу йорто үҙенең йыллыҡ отчеттарын һәм үҫеш программаларын тәҡдим итте. Улар араһында Өфө фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүәт медицина һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары бар. ВУЗ-дарға үҫеш программаларын яҡлау ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес һәм яҡшы федераль финанстар бирә, тине Башҡортотсан башлығы. Уның билдәләүенсә, Өфөлә кампустың икенсе сираты төҙөлә, Евразия ғилми-етештереү үҙәге әүҙем эшләй. Ул фән ҡаҙаныштарын бер урынға туплап, производствоға һәм бизнесҡа индереү үҙәге булып тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров уҙған аҙнала иҡтисад үҫешен фән ҡаҙаныштары менән тәрәнерәк берләштереү тураһында әйткәйне. Бының өсөн республикғала үҙаллы яңы орган барлыҡҡа килде. Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Светлана Мостафина тәғәйенләнде.

Республика университеттарының 2022 йылдан алып стратегик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу шулай уҡ матди-техник базаны яңыртырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға, ә иң мөһиме - юғары технологиялы фәнни эшләнмәләр йәһәтенән ысын асыш яһарға мөмкинлек бирҙе. Былар барыһы ла Башҡортостандың Рәсәй төбәктәренең фәнни-технологик үҫеш рейтингында лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалыуына булышлыҡ итә. Был фәнде һәм республиканың юғары мәктәбен алға үҫтерергә ярҙам итә.

Волна
Акции БСТ