Ҡыҫҡа ваҡытта бында иҙән, сантехника, электр системаһы алмаштырылған, стеналар тигеҙләнгән, балалар мөйөшө төҙөлгән һәм башҡа эштәр башҡарылған. Ремонтҡа сарыф ителгән 7 миллион һум аҡса депутаттар ярҙамында «Лаки» хәйриә фонды тарафынан бүленгән. Ойошма балалар дауаханаларын төҙөкләндереү, кескәй пациенттарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, етем балаларға матди ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә.
Былтыр Нефтекама ҡала дауаханаһының балалар хирургия бүлегендә 373 операция үткәрелгән, төҙөкләндереүҙән һуң, был күрһәткес артып, бәләкәй пациенттарҙың дауаланыу шарттары күпкә яҡшырасаҡ. Ремонт барышы менән фонд вәкилдәре һәм депутаттар танышты. Сара медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре осрашыуы менән тамамланды.



