Бөгөн яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншинға - 75 йәш! Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын юбилярға бағышланы. Камил Фәрүхша улы Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһында кадрҙар офицеры ғаиләһендә тыуған. Бала сағы һәм йәшлеге Алыҫ Көнсығыштағы хәрби ҡаласыҡтарҙа үтә. Башланғыс кластарҙан ул сәйәхәт итергә ярата. Камил Йыһаншин үҙенең китаптарында ҡырағай тәбиғәттәге тормош тураһында яҙа , хайуандарҙың ғәҙәттәре һәм ерле халыҡтарҙың мәҙәниәте тураһында һөйләй. Ул әҙәбиәт менән генә сикләнеп ҡалмай, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. 75 йәшлек юбилейы уңайынан Камил Фәрухша улына ныҡлы һаулыҡ, илһам һәм яңы ижади ҡаҙаныштар теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров кисә «Арт-Ҡоролтай» Халыҡ-ара форумында Камил Йыһаншинды Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Шулай уҡ төбәк етәксеһе яҙыусы һәм сәйәхәтсенең юбилейына бәйле саралар үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.



