Батырҙар эҙһеҙ юғалмай. Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үтте.
«Ватандаш» журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева хәбәрһеҙ юғалған яу ҡаһармандарын эҙләү буйынса тәүге акцияны 2023 йылда ойоштора.
Проект халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ә иң мөһиме туғандары йылдар дауамында эҙләгән атай-олатайҙарының яҙмышын асыҡлай. Шуға күрә был акцияны Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы «Ватандаш» журналы дауам итергә хәл итә. Был юлы ул көн дауамында бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күптәр акция башланғанға тиклем үк килеп көтөп торған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың яҙмышын асыҡларға «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары ярҙам итә. Тиҫтәнән ашыу эҙәрмән мәғлүмәт асыҡлау менән мәшғүл, һәр өҫтәл янында сират. Көн дауамында йөҙгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың тиҫтәнән ашыуы тулы мәғлүмәт алған. Өфөнән генә түгел, хатта алыҫ райондарҙан махсус рәүештә килеүселәр ҙә байтаҡ. Һәр ғаилә үҙ Еңеү һалдатының яу юлын, һуңғы төйәген белергә, исемен мәңгеләштерергә теләй. Мәҫәлән, Йылайыр районынан ветеран журналист Фәрит Рәмов фронт һыҙығында хәбәрһеҙ юғалған бер туған ағаһын эҙләй, ә Туймазынан Йәмилә Сәйетованы атаһының яҙмышы ҡыҙыҡһындыра.



