Йылға йомғаҡ яһау менән бергә етәкселек составы ла билдәләнде. Бөгөн Өфөлә «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһе советының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Ултырышта сәйәси фирҡә ағзалары һуңғы ике йылдағы эшмәкәрлек, өлгәшелгән уңыштар хаҡында сығыш яһаны. Владимир Нагорный һүҙҙәренсә, партия был осорҙа властың төрлө кимәлдәрендәге һайлауҙарҙа уңышлы ҡатнашҡан.



