Тарихын белмәгән-киләсәкһеҙ. Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Йәш быуын белһен һәм хәтерләһен» исемле район конкурсы барышында «Олатайым котелогы» тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Китапханасы Вилена Ҡәйепова әҙерләгән кисәне ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Мәмбәттә Бөйөк Ватан һуғышы шауҡымы һәр ғаиләгә ҡағылған. Һәүәҫкәр артистар сығышы һәр кем күңелендә ветеран олатайҙары хаҡында йылы хәтирләрҙе яңыртты.
Күркәм осрашыу Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың махсус хәрби операция яугирҙарына арналған шиғырына үрелеп барҙы.
Илһөйәрлек сараһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла Рәсәй һағына баҫҡан батырҙарға арналды.Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына бағышланған «Халыҡ хәтере мәнгелек» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе иһә илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыусыларға рәхмәт һәм хөрмәт билдәһе.
Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр тигән, әйтемгә лә Мәмбәт ауылы ир-уҙамандары тоғро. Исламетдин Мәмбәтовтың “Һыбайлы һәм ат донъяһы” фотокүргәҙмәһе асылыу ҙа быға асыҡ дәлил.
Саранан һуң да халыҡ йорттарына ҡайтырға ашыҡманы.Мәмбәт ауылының күренекле батырҙары иҫтәлеген мәңгеләштергән таҡтаташҡа, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға арналған һәйкәлгә сәскә һалды, яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтерләне.
Гүзәл Борханова



