Бөйөк ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә бағышланған сарала республика райондары һәм Һамар, Ырымбур өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты. Ярыш ҡағиҙәләре буйынса морждар тәүлек эсендә дүрт тапҡыр мәкегә сумып төрлө дистанцияға йөҙөргә тейеш.
Яҡутов исемендәге паркта ҡышҡы йөҙөү буйынса клуб 1967 йылдан алып эшләй. «Аҡ һыуһар» тип аталған йөҙөү клубына меңдән ашыу кеше теркәлгән . Улар аҙнаһына 4 тапҡыр шөғөлләнә. Белгестәр әйтеүенсә, ҡышҡы һыуҙа йөҙөү сыныҡтыра, сирҙәрҙе еңел үткәрергә ярҙам итә, әммә мәкегә әҙерлекһеҙ сумырға ярамай. Сара программаһында хәрби-патриотик концерт, команда менән йөҙөү, йылы аш һәм мунса ҡаралған.



