Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 145-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте


Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте. Ылауҙы республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып барҙы. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Боронғо, ләкин хеҙмәт итәсәк әле. Совет Украинаһында йыйылған ЛуАЗ автомобиле кире тарихи ерлегенә килтерелде. Ләкин хәҙер граждандар техникаһы рәүешендә түгел, ҡайтанан ҡороп йыйылған, камиллаштырылған һәм хәрби төҫ алған. Фронтта ул боекомплект, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар ташыу өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ.

Гуманитар ылауҙың күпселек өлөшөн дә тап техника тәшкил итә. Фронтта улар тиҙ эшлектән сыға һәм яугирҙар һәр автомобилде көтөп ала. Салон эсе шәхси посылкалар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тултырыла. Нуриман районы халҡы был юлы фронтҡа мобиль мунса оҙатҡан. Әлбиттә, уның эсе лә буш килмәй.

Фронтта ваҡ-төйәктең артығы юҡ , ти яугирҙар. Тыуған яҡтан бер шешә һыу килеүе лә ҡыуаныслы. Бигерәк тә көндәр йылытҡас эсәр һыуға ихтыяж арта. Яугирҙар хәрби техникаға уны тонналап тейәй.

Был йәшниктәрҙә инде дошманды ҡурҡыуҙа тотҡан ҡошсоҡтар. Яугирҙар араһында «Башкирка» тип йөрөтөлгән Өфө дрондары яуҙа үҙен танытып та өлгөрҙө. Уларҙы республика ай һайын биш йөҙләп оҙата һәм исемле полк ,батальондар, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға таратып бирелә.

Сөнки фронтта хәҙер башлыса дрондар һәм радиоэлектрон көрәш саралары һуғышы. Шуға күрә квадрокоптерҙарҙы, РЭБ, дрондетекторҙарҙы яугирҙар түҙемһеҙлек менән көтә. Башҡортостандан килгән эшҡыуарҙар Салауат Юлаев батальонына ла көрәш алып барыу, һаҡланыу электроникаһы бүләк итте.

Башҡортостан вәкилдәре хәрбиҙәрҙең тыл районында йәшәү шарттары менән дә танышты. Шулай уҡ бер төркөм яугирҙарға батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн республика наградалары тапшырылды. Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары һәм ордендары алыу яҡташтарыбыҙ өсөн оло мәртәбә.

«Башҡортостан» полкы, Юлаевсылар, Доставаловсылар, мобилизацияланғандар. Гуманитар миссия менән килеүсе республика етәкселеге бер генә подразделениены ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән һәр батальонға күстәнәстәр тапшырылып киләһе ылауға заказдар алынды.

Өйҙән ебәрелгән һәр әйбер ҙә еңеүҙе яҡынайтыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан был йәһәттән алдынғы төбәктәр исемлегендә. Республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтеү кимәле буйынса Мәскәү һәм Ленинград өлкәләренән генә ҡалышып өсөнсө урынды биләй.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ