Быйыл Башҡортостанда мең километрҙан ашыу юл һәм күпер ремонтлана

Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының коллегия ултырышында белдерелде. Уҙған йылда республикала 1 мең 220 километр юл һәм 624 метр күпер төҙөкләндерелгән. Быйыл да ошондай эш дауам итә. Башҡортостан "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектында ҡатнаша. Уға ярашлы, 10 күпер төҙөләндерелә. "Башавтотранс" дәүләт предприятиеһы автопаркын  яңыртыу дауам итә. Уҙған йылда 118 автобус алынған. Шулай уҡ Өфөлә маршрутҡа яңы троллейбустар сыҡты, тип хәбәр итте Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Фото №1 - Быйыл Башҡортостанда мең километрҙан ашыу юл һәм күпер ремонтлана
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ