Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 112 системаһына ҡар һыуы йыйылыуға һәм юл участкаларын йыуыуға бәйле 300-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күп өлөшө Өфө ҡалаһы һәм районынан. Оло һыу эҙемтәләре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ҡары ирей, ә ихата һыуға тула. Өфөнөң Нуғай ауылынан Нәфисә Хәйҙәршинаға төндө йоҡоһоҙ үткәрергә тура килгән. Итек ҡайғыһы ла булмай, ҡулына көрәк алып һыу китһен өсөн юл ҡаҙый. Хәҙер урамын ҡарҙан таҙарта.
Нуғай ауылының ике урамында йәшәүселәр иртә яҙ эҙемтәләре менән көрәшә. Ҡар һыуҙары йорт эсенә ингән осраҡтар ҙа бар. Хәйер, урындағы халыҡ үҙ көсө менән траншеялар ҡаҙып, һыуҙы ихаталарынан ситкә ағыҙып ебәрергә тырыша. Ҡеүәтле техника ла иртәнән алып эшләй. Тик ҡайһы бер участкаларҙа күлдәр хасил булған, Зилара Ҡотлошина көрәк менән генә оло һыуҙы еңерлек түгел тигән ҡарашта.
Һуңғы көндәрҙә Башҡортостан буйынса ҡар һыуы йыйылыуға һәм юл участкаларын йыуыуға бәйле мөрәжәғәттәрҙең ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Барлыҡ муниципалитеттар һәм оператив хеҙмәттәр тейешле ярҙам күрһәткән. Әле боҙ шартлатыу һәм ҡарайтыу буйынса эш дауам итә. Бәләкәй һәм Ҙур Инйәр йылғаһында боҙ киткән. Ғафури районы Ташаҫты ауылында йәшәүселәр Еҙем йылғаһы күтәрелеүен дә билдәләй
Ҡырмыҫҡалы районында Үҙән йылғаһы аша күперҙе һыу баҫыу һөҙөмтәһендә 30-ҙан ашыу кеше ҡамауҙа ҡалғайны. Улар «Зәңгәр күл» термаль комплексында ял итергә килгән булған. Ҡотҡарыусылар 33 туристы, шул иҫәптән 2 баланы эвакуациялай. Ғәҙәттән тыш хәлгә туҡтауһыҙ яуым-төшөм һәм ҡарҙың әүҙем иреүе булышлыҡ иткән. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди контролгә алыу бурысын ҡуйҙы.
Өфөлә яҙғы ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм юҡ итеүгә йәлеп ителәсәк ҡәүетле техника әҙерлеге лә ҡаралды. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, һәр ведомство, ойошма был эшкә яуаплы ҡарарға тейеш.
Оло һыуға бәйле хәл юғарынан да күҙәтеүгә алынған. Пилотһыҙ осоусы аппараттар айырыуса йылға-күлдәрҙәге хәлде контролдә тота.
Өфөлә Дим, Ағиҙел йылғалары күтәрелеүе күҙәтелә. Һыу ятҡылыҡтарының боҙҙан әрселеүенә бәйле айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә. Айырыуса балыҡсыларға хәүефһеҙлек талаптарын үтәү шарт.
Гөлназ Хәйбулина



